Таңһылыу Ҡарамышева


Чтобы посмотреть презентацию с картинками, оформлением и слайдами, скачайте ее файл и откройте в PowerPoint на своем компьютере.
Текстовое содержимое слайдов презентации:

Килә йәшәгеләр.  Бөтәһе лә артта түгел әле. Алда ла бар һыуҙар – эселмәгән, Һулап бөтөлмәгән һауалар бар, Тойғолар бар – әле кисерелмәгән.Зарығылмай ҡалған сәғәттәр бар – Бар йәштәр ҙә әле түгелмәгән. Һағынылмай ҡалған яҡындар бар, Әрнештәр бар – әле түҙелмәгән.Ҡанмай ҡалған теләк, танһыҡтар һуң?Илап тороп улар ҡалһынмы ни? Һөйөп бөтөлмәгән был донъялар Эйәреп тә арттан барһынмы ни?Күреп бөтөлмәгән күрәһеләр, Эсеп бөтөлмәгән эсәһеләр Бөтәһе лә артта түгел әле!Ғүмер биргәс, килә йәшәгеләр. Т. Ҡарамышева     Т. Ҡарамышева «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә»), «Һәнәк», «Ағиҙел" журналдарында ла эшләй. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында "Йәшлек" гәзитен ойоштороуға көс һала, мөхәррир урынбаҫары була. Бер үк ваҡытта "Урал" Башҡорт халыҡ үҙәгенең яуаплы сәркәтибе вазифаһын да алып бара. «Тарих биттәрен онотторорға маташыу ҙа, иҫкә алмаҫҡа тырышыу ҙа файҙаһыҙ. «Йәшлек» гәзите тарихы менән дә шул уҡ хәл. Уның инде үҙ тарихы, үҙ үткәне, үҙенеке генә булған тәүге мөхәррире, тәүге хеҙмәткәрҙәре, тәүге һандары, тәүге тиражы, тәүге уҡыусылары бар. Мин шул тәүгеләр рәтендә булыуым менән ғорурланам. «Йәшлек»кә эшкә мине уның тәүге мөхәррире Батыр Назарғолов саҡырҙы. Башта мин әҙәби бүлек мөдире, унан яуаплы сәркәтип, мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡарҙым. «Йәшлек» элекке рус телендәге «Ленинец»тың дубляжы булған «Ленинсы»нан үҙ аллы башҡорт телендәге баҫма булып үҫеп сыҡты, һәм уның тәүге хеҙмәткәрҙәре лә ошо дубляждыҡы ине.»Т. Ҡарамышева. 1993 йылдан ул йәштәр өсөн сыҡҡан "Шоңҡар" журналын ойоштороп сығарыуҙа ярҙам итә. 1994 йылдан даими сыға башлағас, уның тәүге мөхәррире була. «Баҫманың тәүге баш мөхәррире итеп шағирә Таңһылыу Ҡарамышева тәғәйенләнде. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, барлыҡ ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеп, ижади коллектив туплап өлгөрҙө. Журнал уҡыусылар яңы баҫманың барлыҡҡа килеүен дәррәү ҡабул итте, төрлө кәңәш-тәҡдимдәр менән редакцияға хаттар яуҙы. Был иһә коллективты рухландырып эштәренә ҡанат ҡуйҙы. Әлегәсә билдәһеҙ журналдың шунда уҡ 5 мең тираж йыйыуы тап шул хаҡта һөйләй…»«Шоңҡар» журналынан мәҡәлә. «Шағираның үҙ-үҙенә талапсанлығы, ҡыйыу, киң ҡарашлы булыуы уның һәр сәйәси һәм донъяуи ваҡиғаның уртаһында ҡайнауына бер сәбәп. Халыҡ хәтерендә онотола башлаған дастандарҙы тергеҙеү, яңыртыу булһынмы, ижади менән халыҡты иманға, яҡшылыҡҡа әйҙәүгә йә иһә йәштәр журналы асып, етәкселек итеүгә бер мәл телевидениела тапшырыу алып барырға тотонһонмо, шунан бөтөнләй икенсе, ят тармаҡ булған эшҡыуарлыҡ өлкәһенә тәүәккәлләһенме – һәр өлкәлә лә маһир ул!» Нәилә Нурғалина, журналист Һуңғы йылдарҙа шағира ижадын көнсығыш философияға нигеҙләнеп яҙа, дастандар ижад итә. Дастандар ижад итеүе хаҡында шағира: «Урал батыр эпосында ғына түгел, ғөмүмән, бөтә тыуымы, тереклек-сығанағы, кешелек башланғысы, үлем һәм үлемһеҙлек, фанилыҡ һәм баҡыйлыҡ, хатта батырлыҡ һәм бахырлыҡ, яуызлыҡ һәм изгелек кеүек дөйөм кешелек ҡиммәттәре, әхләҡи, йыһани ҡанундар, космик кодекстар сағылыш тапҡан. Әҫәрҙе уҡыған һайын мин унда шифрға һалынған ниндәйҙер мөһим мәғлүмәт асам, асҡан һайын хайран ҡалам» - ти. Таңһылыу Ҡарамышеваның тормош юлы һәм ижады буйынса тестар 1. Таңһылыу Ҡарамышева ҡайҙа тыуған?а) Ауырғазы районы Исмәғил ауылыб) Баймаҡ районы Байназар ауылыв) Күгәрсен районы Ҡаран ауылыг) Бөрйән районы Байназар ауылы 2. Т.Ҡарамышева тәүге белем һабағын ҡайҙа ала?а)Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылыб)Күгәрсен районы Ҡаран ауылы в)Өфөләге 1—се һанлы интернат-мәктәп г)Бөрйән районы Байназар ауылы 3. Нисәнсе йылда «Шоңҡар» журналының мөхәррир вазифаһын биләй?а) 1989б) 1991в) 1999г) 1994 4. Ниндәй журналдың тәүге мөхәррире?а) « Башҡортостан ҡыҙы » б) « Ағиҙел» в) «Шоңҡар» г) « Һәнәк» 5. Нисәнсе йылдан Яҙыусылар берлеге ағзаһы?а)1992б)2000в)1994г) 1990 6. Ниндәй премияға лайыҡ? а) Салауат Юлаев исемендәге премияһыб) М. Аҡмулла исемендәге премияв) Ғ. Сәләм исемндәге премияг) Р. Ғарипов исемендәге премия 7. Һуңғы йылдарҙа шағирә нимәгә нигеҙләнеп ижад итә?а) яңы быуат философияһыб) көнсығыш философияһыв) фәнни философияг) көнбайыш философияһы 8. Т. Ҡарамышеваның ниндәй әҫәре «Урал батыр» эпосы мотивтары буйынса яҙылған? а) « Һағыш» б) « Килә йәшәгеләр» в) « Ҡарыһүҙ серҙәре» г) « Ай» Т. Ҡарамышеваның ижад донъяһына ҡыҫҡа ғына сәйәхәт Уйланмыш.Һайлау хокуғы юк фәрештәнең.Һайлау хокуғы бар кешенең.Шуға ла ул азат! Гел ирекле!Көсө шунда Алла эшенең.Азатлыҡтың уйланмышы шулайТәү баштан уҡ, иң тәү электән.Булаһыңмы саф бер фәрештәләй,Үрнәк алаһыңмы иблестән? -Һин ирекле! Уңға китәһеңме,Һулға китәһеңме юлыңда?Таҙамы һин, әллә керлеһеңме? -Азатлыҡ бар Алла уйында. Ышаныс. Ағыҙмайым мин бит йылғаларҙы–  Мин уларҙан һыуҙар эсеүсе,  Эсәр һыуым эсеп бөткәнемсә Ер йөҙөндә ғүмер итеүсе. Яуҙырмайым мин бит болоттарҙы – Мин уларҙан хуш еҫ һулаусы, Һулар һауам һулап бөткәнемсә Күктең аҫтындағы юлаусы. Башаҡтарға дымды мин бирмәйем,Үҫтермәйем хатта әремде –Ейер ризыҡтарым бөткәненсәАҫ(ы)раусы мин тик йәнемде. ДОНЪЯ КӨҘГӨҺӨ.КӨҘГӨ КЕҮЕК КҮРҺӘТ МИНЕ, КҮРҺӘТ МИНЕ ҮҘ-ҮҘЕМӘ:НИНДӘЙМЕН МИН? МАТУР? ЯМАҠ? ҠАРА, ДОНЪЯ, ЙӘ, ЙӨҘӨМӘ!ҠАРА МИНЕҢ КҮҢЕЛЕМӘ – КҮРҺӘТ МИНЕҢ КЕМЛЕГЕМДЕ: МОҢҺОҘЛОҒОМ, МОҢЛОЛОҒОМ, КӨЙҺӨҘЛӨГӨМ, КӨЙЛӨГӨМДӨ!КҮРҺӘТҺӘНӘ, ТАНЫТҺАНА: ЙӘШЕРМӘЙЕМ КЕМЛЕГЕМДЕ.ПӘРӘНЖӘМ ЮҠ ҺИНЕҢ АЛДА, ҠАПЛАМАЙЫМ МИН ҮҘЕМДЕ. ЙӨҘӨМ БЕРӘҮ, ИКӘҮ ТҮГЕЛ!ШУЛ ЙӨҘӨМДӨ КИЛӘ КҮРГЕ. КҮРҺӘТМӘҺӘҢ ҺИН, ӘЛБИТТӘ,БЕР НИНДӘЙ ҘӘ ТҮГЕЛ КӨҘГӨ! Ҡарыһүҙ серҙәре. (“Урал батыр”эпосы мотивтары буйынса) Өс донъяның берлегеБашланғанбыҙ Уралдан беҙ –Өс улдың атаһынан:Яйыҡ, Нөгөш, АғиҙелдеңБулабыҙ сатағынан.Башланғанбыҙ Уралдан беҙ –Өс батша кейәүенән:Ҡатил, Әзрәҡә, СамрауҙыңӨс бөйөк төйәгенән. Башланғанбыҙ Уралдан беҙ –Иренән өс ҡатындың:Гөлөстандан, ҺомайғоштанҺәм ҡыҙынан Ҡатилдың.

Приложенные файлы

  • ppt 1588969
    Размер файла: 9 MB Загрузок: 0

Добавить комментарий