диалектология


Белем биреү буйынса федераль агентлыҡ
Юғары профессиональ белем биреүе дәүләт мәғариф учреждениеhы
“ Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияhы”
Башҡорт теле кафедраhы
ДИАЛЕКТОЛОГИК ПРАКТИКА БУЙЫНСА ОТЧЕТ
(Ейәнсура районы Үтәғол ауылы һөйләше материалында)
Ғилми етәксеһе:
Хөсәйенова Л.М.
Диалектолог – практикант:
Бирҙеғолова Г.И.
Стәрлетамаҡ 2012
ЙӨКМӘТКЕҺЕ
I.Инеш
II.Төп өлөш
1)Микротопонимика
Үтәгол ауылының легендаһы;
Бирҙеғол тауының легендаһы;
Йәмһибә шишмәһенең легендаһы;
Ҡыуат ауылының легендаһы;
Тайшыуған легендаһы
Фонетика
Морфология
Лексика
III.Йомғаҡлау
IV.Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге
Инеш
1: Диалектологик практиканы эшләүсе (эҙләнеүсе) диалектолог – практикант СДПА- ның башҡорт филология факультетының 2 – се курс студенты Бирҙеғолова Гөлнәзирә Ишкилде ҡыҙы. Миңә 23 йәш. Тултырыу датаһы 25 август 2012 йыл.
2: Миңең һорауҙарға яуап биреүсе, ярҙамсым әсәйем Бирҙеғолова Майсәрә Ғайзулла ҡыҙы. Әсәйемә 54 йәш. Ул Ейәнсура районы Байыш ауылында тыуып уҫеп, әлеге ваҡытта Үтәғол ауылында донъя күрә.
3: Әлеге беҙ йәшәгән ауылдың элекке исеме Ҡыуат булған.Ул элек йылғаның бер яҡ ярында ғына урынлашҡан булған. Ваҡыт үтеү менән йылдан йыл кешеләр күсә башлағандар. Әммә улар йылғаның икенсе яҡ ярына урынлашҡандар. Шулай итеп Үтәғол ауылы барлыҡҡа килгән. Рәсми ҡағыҙҙар буйынса ике ауылды берләштереп, Үтәғол ауылы итеп ҡалдырғандар.Тик шулай ҙа халыҡ телендә ауылдың бер яҡ өлөшө Ҡыуат, икенсе яғын Үтәғол тип йөрөтөлә. Был ауылдарҙы бер-береһенән Ҡаҫмарт йылғаһы айыра.

Микротопонимика
1: Минең Үтәғол ауылымды ике өлөшкә бүлеп матур, тәрән Ҡаҫмарт йылғаһы аға. Ә ауылыбыҙҙың ситендә Бирҙеғол тауы тәбиғәтебеҙҙең ғорурлығы булып киң күкрәге менән баҫып тора.
2: Ә был һорау буйынса үкенескә ҡаршы бер мәғлүмәттә бирә алмайым.
3: Беҙҙең ауылды уратып Ҡаҫмарт йылғаһы; Бирҙеғол, Ҡыуат тауҙары бар.
4: а) Беҙҙең ауылдың тирә-яғында Бирҙеғол, Ҡыуат тауҙары , Ҡаҫмарт йылғаһы, Йәмһибә шишмәһе бар.
– Күксә һырты
–Низам һаҙы
–Тайшыуған тауы
–Ишелгән баҫыулығы
–Алаша үлгән бесәнлеге
–Бейәһауған, Аҫҡы ауыл яланы
–Ҡолам аҫты туғайлығы
–Мүкле күл
–Ҡыҙҙар түңе
–Сөмбөрәй, Пәпләүек ятыуы
–Аҫылмалы купер
–Билал уйһыулығы
–Урамдар: Ҡыуат урам. Был урамда Ҡыуатовтар ғаиләһе күберәк урынлашҡан, Сөләймән Абдуллин урамы ауылдын күренекле йырсы хөрмәтенә шулай аталған. Йәшеллек (аҫҡы ) урамы, Йәштәр урамы, Ҡаҫмарт( Имигранттар) урамы;
5: Бөтә исемдәр ҙә һораулыҡҡа инде.

Үтәғол ауылы легендаһы


Үтәғол – Ейәнсура районындағы иң матур ауылдарҙың береһе. Ауылға Үтәғол тигән уҙаман нигеҙ һалған. Рәсми ҡағыҙҙырҙа 1795 йылда теркәлгән. 1816 йылда 14 хужалыҡта 47 кеше теркәлгән. 1834 йылды 191 кеше йәшәгән. 1920 йылда 58 йорт булһа, 1925 йылда 28 генә йорт ҡалған.
Хәҙер унда ике йөҙҙән ашыу йортта 625 кеше йәшәй. 1919 йылдан ауыл советы үҙәге. Урта мәктәп, медпункт, мәсет, мәҙәниәт йорто, элемтә бүлексәһе, Һаҡлыҡ банкыһы бүлексәһе һәм колхоз идараһы бар.
Бирҙеғол тауы легендаһы
Ауылдың көнсығышында һуҙылып киткән бейек тау. Уның һөҙәк биттәрендә ҡыуаҡлыҡтар, селек, өйкөм- өйкөм ағаслыҡ үҫә. Ҡуйы үлән менән ҡапланған тирә- йүнгә йәм биреп торған тау ауыл халҡының йәшәү сығанағы булып тора. Һәр йәй һайын бында мал көтәләр, шул уҡ ваҡытты еләк-емеше лә һаҡланып ҡалған.
Легенда буйынса борон Үтәғол ҡарт улы һәм Алтынбикә тигән килене менән иң тәүҙә ошо урынға килеп төпләнгән. Йәйгеһен, ауыл халҡы йәйләүгә күсеп киткәс, Алтынбикә яңғыҙы баҫыуға киндер йолҡорға килә. Шул саҡ барымтаға килгән ҡаҙаҡтар Алтынбикәне урлап алып китә. Ҡатын ауырлы була. Барғас, ул таба. Ҡаҙаҡтар, Хоҙай беҙгә ҡол бирҙе, тип ҡыуана һәм сабыйға Бирҙеғол тип исем ҡуша.
Алтынбикә һәр саҡ ҡасыу, улын тыуған яғына алып ҡайтыу тураһында уйлай. Шулай берп оло йыйын ваҡытында ҡаҙаҡтар оло бәйге үткәреп, арып, төндә йоҡлап китәләр.
Алтынбикә, уңайлы ваҡыттан файҙаланып, улын ала ла алдан әҙерләп ҡуйған пар атта үҙе тоҫмалаған аҡҡа елдерә. Бик күп ер-һыу үтеп, Һаҡмарҙы кисеп, бер тау башына менеп туҡтай. Тирә-әҡты ныҡлап ҡарап, үҙенең тыуған төбәген таный, туғандарын табып, ошонда ғүмер итә. Улы Бирҙеғол, үҫеп етеп, абруйлы кеше була. Яҡташтары уның хөрмәтенә был тауҙы Бирҙеғол тауы тип йөрөтә.
Йәмһибә шишмәһенең легендаһы
Бирҙеғол тауының көньяғында тау-таш араһынан урғылып сығып, ауылға табан юлланған бәләкәй генә шишмә. Уның таҙа, үтә күренмәле һыуы бик тәмле. Был йылға буйында әллә нисәмә төрлө ағкастарҙа ҡоштар һайрай. Түбәндәрәк ауылдың өйрәк-ҡаҙы йәй буйына рәхәтләнә.
Бирҙеғол тауына менеп ҡараһаң, был шишмә үткән бөтә юл ялтырап күренеп ята. Йәмһибә тип бик дөрөҫ атағандар, бар тирә-яҡҡа йәм һибеп аға ла һыуын Ҡаҫмартҡа алып барып ҡоя.
Ҡыуат ауылының легендаһы
Ҡыуат- тарихта киң билдәле дворян нәҫеле Ҡыуатовтар төйәк иткән ауыл. Мәсете лә булған. Үҫәргән ырыуында Ҡыуатовтар исеме менән аталған дүрт ауыл булған. Ә уларҙың нәҫеле нигеҙ һалған башҡа ауылдар ҙа бар. Ауыл ҡаршыһындағы бейек, типһәндәре төньяҡҡа һуҙылған тау – Ҡыуат тауы. Тауҙарҙа уларҙың өйөр- өйөр йылҡылары утлаған.
Тайшыуған
Ҡыуат тауының моронон үтеп, Иҙәш юлы буйына һуҙылып киткән һөҙәк тауҙар мал көтөр өсөн бик уңайлы. Унда ҡышҡыһын йылҡы малы тибендә иркенләп йөрөр булған. Шул тау биттәренең береһендә уйнап- һикереп йөрөгән тайҙарҙың береһе йоҡа ҡарҙа шыуып китә лә имгәнеп ятып ҡала. Был хаҡта хужаһы һуңғары ғына белә. Шунан бирле тауҙы Тайшыуған тип атайҙар.
7. Ауылда 2008 йылдың 13 октябрендә автозаправка; 2009 йылда мәсет асыла.

Һәм 2010 йылда еңеүҙең 65 йыллығына арналған күпер төҙөлә. Был куперҙе ауылда «Мөхәббәт күпере» тип йөрөтәләр. Унда яңы тыуған ғаилә, йәғни өйләнешкән йәштәр мәңгелек мөхәббәт теләп йоҙаҡ элеп, асҡысын һыуға ташлайҙар.
ФОНЕТИКА
1. Һауа, саңғы, ҡарсыға, тура, умырзая;
тоҡан, тотанаҡ, тотанаҡһыҙ;
йуҡ, ҡуй, шул, һуң, алабуға, буйтым.
2.аҙ-әҙ, әсе, атай-әтей, байрам, йән,ҡауаҡ, сәс, сәсәк, сәсәү, сәсрәү,сәсрәү һәлмәк, шәл-шал.
3.йәйәү, йәтим, кеҫәртке, сәбәләнеү,селпәрәмә,сеү, тейен, бәләкәй.
4.бөгөн, ғүмер, йүгереү,йүткереү, күркә,сөпрә, төпрә.
5.кәбән, кәмеү, кәңәш, кәрәк, кәртә, кәштә, тәрән, сәскә, шәкәр.
6. иләү, иреү, ишетеү.
7.бетеү, көтөү, мөхәббәт, тейәү, өндәү, өң.
8.бығау, быҙау, бына, осҡолоҡ, башҡорт.
9.буйау, быйма, балдыҙ, йамғыр, ҡыңғырау, ҡулйаулыҡ.
10.ҡомған, һорау, уҡлау, суҡыу, туҡмас, бутҡа.
11.йуғыс, сыуаш, тыуған, һуҫар, һуған, ыумас, ыуыҙ.
12.ҡиммәт-ҡыйбат, сыйған, силғау;
уйлай, эшләй, бармай.
13.ыласын, ысыҡ, ысын, уаҡ, ләүкә, рәнйеү.
14.өйрәк, өрә, өйрәнсек, һөрәтеү, һөйләү.
15.борон, бөтмөр, ҡошсолоҡ.
16.һалам, һыуһар, һыйыр, һырт.
17.сабыр, һаташыу, сөйәл, сүмес, һыҙыҡ.
18.йен, йер, йете, йымылдау, йәй;
донйа, кинйә, ҡымырйыу, мәрйә, ынйы.
19.ҙур, дәү, дан.
20.баш, беләк, бер, бесән, быйма;
йабалаҡ, тубырсыҡ, түбә;
аҡбаш,башбала, сумесбаш.
21.боҙ, менән, бығаса, байтаҡ, башаҡ.
22.һаман, хат, ҡатын, хәбәр, хәл.
23.даға, тары, тамға, тулау, түмәр, тән, тәрән.
24.сөсө, сөскөрөү,сысҡан.
25.арлан, сиҙәм.
26.йапраҡ, керпек-керфек, ҡалпаҡ, тупраҡ.
27.сиҙәм, сәй, ысын.
28.йенсек, сат, йәтәс.
29.ләйсән, бәкәл.
30.атлар,урманнар;
ташлыҡ, көнлөк, тоҙлоҡ, ҡомлоҡ, һаулыҡ;
ҡомло, һыулы;
һөйләү, ташлау, эшләү.
31.аҫҡау, сәйнүк-сәйгөн, ырҙын, аҙбар.
32.Филхәт, Рәйфә, Рәлиә
МОРФОЛОГИЯ
Исем
1) а) быҙауҡай, танаҡай – исем яһаусы.
б) балаҡай, киленкәй – иркәләү.
в) бисәкәй, кешекәй – билдәһеҙлекте белдереүсе.
2) атас (тас атаһы),ҡартас (тас ҡарттаһы)
2. атай, әсәй, ағай, апай, олатай .
3.тоҙло, башлы, бесәнле.
4.объектив, вәкил, молбиль, стилле, модалы.
5. талымһаҡ, ҡайтымһаҡ, тартымһаҡ, баҫымһаҡ.
6. утыҙлап , унлап, бишләп.
7. юҡ
8. Алмаш
1) миңә, уға, уларға, ошоға, шуға.
2) был, теге, мынау, мынауы, анау, ул, ошо, шул.
3) нимә, нимәкәй.
9. Ҡылым
1) тотормон, тоторбыҙ, торормын, торорһың,
2) ятҡанмын, ятҡанһың, ятҡанбыҙ, ятҡанһығыҙ.
3) тороғоҙ, сығарығыҙ, килегеҙ.
4) алайыҡ.
5) барһа, килдеме.
6) күрһәт, мендер, ҡотҡар, туйҙыр, үҫтер.
7) барғым килә, күргем килә, яҙһа ине, ашаһа ине.
8) торормом, торорһоң, торорбоҙ, торорһоғоҙ.
9) китап алырға уйлай, эш эшләргә уңайлы ваҡыт, күрергә барам, ҡалаға уҡырға бара.
10. Рәүештәр
а) аҡса менән (аҡсалата), йылы көйөнсә аша.
б) күрә тора (күрәләтә), йаҙа.
в) ҡышҡылыҡта (ҡышын)
11. бит, ҡуй.
12. мәйтәм – әйтәм һүҙен аңлата; хуш – һау бул;
13. белергә кәрәк ( белеү кәрәк).
14. кискә табан, үргә табан.
15. менән
16. шул тиклем матур–шул хәтлем матур.
ЛЕКСИКА
1. Боярышник – йеҙәй
2. Шиповник – гөлйемеш, әлморон
3. Малина – малина, ҡурай йеләге
4. Земляника – еләк, ҡайын йеләге
5. Клубник – йер еләге
6. Черемуха – муйыл
7. Самец – арлан , ата
8. Лягушка – баҡа
9. Черепаха – ташбаҡа
10. Божья коровка – ҡояш апа
11. Угол – мөйөш
12. Мешок – тоҡ
13. Хлеб – икмәк
14. Ведро – күнәк
15. Воробей – турғай
16 . Бабушка – өләсәй
17. Дедушка – ҡартай
18. Мать – әсәй
19. Туғандаш төркөмдәр : нәҫел, ырыу
20. Кесе ҡыҙ туғанына өндәшеү : һылыу
21. Кесе ир туғанға өндәшеү : мыртый, ҡусты
22. Атаһынан өлкән ир затына өндәшеү : олатай, бабай
23. Әсәһенән өлкән ҡатындарға өндәшеү : инәй, әбей
24. Шерстяные носки: йөн нәскей
25.Шапка – ушанка : бүрек
26. Слякоть :йепшек
27. Боҙ өҫтөнә ҡалҡҡан һыу : шәре
28. Быстрина : ағын
29. Остров : утрау

Йомғаҡлау
Шулай итеп Ейәнсура районы Үтәғол ауылы көньяҡ диалекттың Эйек-һаҡмар һөйләшенә ҡарай. Эйек-һаҡмар һөйләше әҙәби телгә яҡын торған һөйләштәрҙең береһе, шуға күрә артыҡ айырмалыҡтар күп түгел. Шулай ҙа түбәндәге үҙенсәлектәрҙе күрһәтргә мөмкин:
Фонетик үҙенсәлектәр
а-ы туры-тура
а-ә әҙ-аҙ, әтей-атай
и-ә нәмә-нимә
е-ә кәҫәртке-кеҫәртке
ң-г нигә-ниңә
б-м мына-бына
Морфологик үҙенсәлектәр
-лыҡ/-лек, -лоҡ/-лөк ташлыҡ, ҡомлоҡ, көнлөк;
-лар/-ләр, -нар/-нәр атлар, урманнар;
-лы/-ле/ ҡомло, һыулы;
-лау/-ләү һөйләү һ.б
Ҡулланылған әҙәбиәт
Ишбулатов Н.Х. Башҡорт теле һәм уның диалекттары.– Өфө: Китап,2000.-210 б.
Миржанова С.Ф. Южный диалект башкирского языка.–М.: Наука, 1979.–272с.
Бирҙеғолова Майсәрә Ғайзулла ҡыҙы һүҙҙәренән.

Приложенные файлы

  • docx 8881375
    Размер файла: 2 MB Загрузок: 0

Добавить комментарий