43.Әхкәм Иҫәнбирҙин әҫәренә анализ


Әхкәм Сабит улы Иҫәнбирҙин 1883 йылда Башҡортостандың Саҡмағош районы Аблай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Ғәлиә мәҙрәсәһендә уҡыған. Бында ул Мәжит Ғафури, Ғәлимйән Ибраһимов, Вәсим Солтанов, Зыя Өммәти менән бергә уҡыған. Ул мәҡәләләр, хикәйәләр яҙыу менән шөғөлләнгән. Уның “Үкенесле һөйөшөү, йәки Мансур менән Ғәлиә” исемле хикәйә китабы – 1911 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында, “Тәәсеф йәки михнәтле кисәләр” тигән хикәйә китабы 1913 йылда Өфөлә «Шәреҡ » типографияһында баҫылып сыға.
«Үкенесле һөйөшөү, яхуд Мансур илә Ғәлиә» хикәйәһенә анализ
Әхәт тигән ағай улы Мансурҙы мәҙрәсәгә алып килә һәм уны яҡшы хәлфәгә биреүҙәрен һорай. Хәҙрәт Мансурҙы Шәрәй хәлфәгә бирә. Шәрәй хәлфә бик уҫал,балаларҙы ҡурҡытып, шәкерттәрҙе туҡмап уҡытҡан була. Беренсе аҙнала Мансурға бик ауыр була: хәлфәһе лә уны ыҙалата, өҫтәүенә, шәкерттәр ҙә төрлөсә үсектәп илатырға, мәсхәрәләргә тырышалар, Мансур Хәлфә биргән һабаҡтарҙы аңлай алмай. Һуңынан ул өйрәнеп китә, өҫтәүенә мәҙрәсәгә ҡаршы ғына үгәй әсәһенең Шакир исемле туғаны йәшәгән була. Уның ҡатыны Ғәзизә һәм ҡыҙы – Ғәлиә. МАнсур Уларға барып йөрөй башлай. Ғәлиәгә ата-әсәһе уҡытыу тейеш тип, абыстайға йөрөтәләр. ХӘрефтәрҙе танығас та, ул уҡыуын ташламай. Ғәлиәнең белемен арттырыға Мансур ҙа ярҙам итә. Килгән һайын төрлө журнал, газеталар, романдар алып килә. Ул Мансурға : Абыйым, һәр ваҡыт беҙгә шул рәүешле газета, романдар алып кил, беҙ бик шатланып уҡырбыҙ, минең фекеремде асҡан, ҡараңғылыҡтан сығарған нәмә газета, әҙәбиәт кенә тип әйтә.
Мансур Ғәлиәгә ғашиҡ була. Ул көн дә уны уйлап йөрөр була. Ауылына ҡайтҡанда ла Ғәлиәне иҫләп, һағынып йөрөй. Ғәлиәнең дә Мансурға ҡарата шул уҡ хистәр була. (Улар бер-береһенә ғашиҡ булғандарын әйтәләр). Ғәзизәнең тағы ла Сәхибә исемле ҡыҙы була. Ул Ғәлиәне үҙҙәренең ауылдағы Хәсән байға кейәүгә сығыуын теләй. Ләкин ул бай, матур булһа ла, ул бик наҙан,эсергә яратҡан була. Ғәлиәнең ата -әсәһе Ғәлиәне МАнсур һымаҡ уҡымышлы кешегә бирергә теләйҙәр. Сәхибә ата-әсәһенә Мансур тураһында төрлө насар уйҙырмалар сығарып һөйләй. Ғәлиә лә шул һүҙҙәргә ышана. Мансур Ғәлиәгә хат яҙа ( МИн һине ысын күңелдән һөйҙәм, ә һинең һөйөүең ялған була...) . Ғәлиә хатты уҡығас бик үкенә. Мансур ауылына ҡайтҡас, үгәй әсәһенә Ғәлиә менән араһында мөхәббәт барлығын һөйләне. Үгәй әсәһе Шакир менән Ғәзизәне ҡунаҡҡа саҡыралар, шунда Ғәлиә тураһында һорашалар. Шакир ағай: Ишан хәҙрәт Хәсән өсөн яусы булып барған ине, ләкин беҙ һеҙгә бирәбеҙ тип әйттек. Был вәғәҙә Мансурға аҙыраҡ шатлыҡ бирһә лә, ул татар ишанының эште еренә еткереп, Хәсәнгә Ғәлиәне мотлаҡ алып биреүен белә ине.
Хәсән хәҙрәткә әгәр ҙә Ғәлиәне кәләш итеп алып бирһә, 100 һум бирәсәген әйтте. Хәҙрәт ҡыҙ риза булмаһа ла уны ҡурҡытып, ата- әсәһен Ғәлиәнең Хәсәнгә барып бик бәхетле ғүмер итеүен күре һөйләп уларҙы ла ышандыра. Оҙаҡламай туй яһайҙар.
Был әҫәрҙә мәғрифәтселек проблемаһы күтәрелә, шулай уҡ мөхәббәт.

Приложенные файлы

  • docx 11194646
    Размер файла: 14 kB Загрузок: 0

Добавить комментарий